Журавлёв Евгений Филиппович Vvrt1489cou9AaIi1irt Zzx
| Журавлёв Евгений Филиппович | |
| Заты | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлығы |
|
| Тыуған көнө | 15 октябрь 1910 |
| Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Вятка губернаһы, Сарапул өйәҙе, Ижевск |
| Вафат булыу көнө | 8 февраль 1984 (73 йәш) |
| Вафат булған урыны | СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө |
| Һөнәр төрө | химик |
| Эш биреүсе |
Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты[d] Воронеж дәүләт техник университеты[d] Башҡорт дәүләт университеты |
| Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре |
|
| Уҡыу йорто | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты[d] |
| Ғилми етәксе | Роман Викторович Мерцлин[d] |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Журавлев Евгений Филиппович (15 февраль 1910, Ижевск заводы ҡасабаһы, Вятка губернаһы — 8 февраль, 1984, Өфө) — совет ғалим-химигы, профессор, химия фәндәре докторы, Пермь университетының (1950–1964), Воронеж политехник институтының (1964–1969), Башҡорт дәүләт университетының (1969–1984) органик булмаған химия кафедраһы мөдире.
Шыйыҡ фазалы һыу-тоҙ һәм органик системаларҙың тикшеренеүсеһе, ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың, аммоний хлоридтарының һәм калий, калий дихроматының бүленеүенең һәм уларҙы таҙартыу буйынса сәнәғәт технологияларын эшләүсе. Химик В.В.Щепиндың ҡайныһы.
Йөкмәткеһе
- 1 Биографияһы
- 2 Фәнни эшмәкәрлеге
- 3 Фәнни һәм йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы.
- 4 Е. Ф. Журавлевтың патенттары
- 5 Төрлөләр
- 6 Бүләктәре
- 7 Иҫкәрмәләр
- 8 Сығанаҡтар һәм һылтанмалар
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1931 йылда эшсе комитет юлламаһы буйынса Пермь университетының химия факультетына уҡырға инә һәм «Равновесие четвертной системы вода-этиловый спирт–гликоль-поташ» темаһына диплом эшен яҡлап, 1936 йылда тамамлай.
Кафедра мөдире Р.В. Мерцлин рекомендацияһы буйынса органик булмаған химия кафедраһында ассистент итеп ҡалдыралар[1]. 1937 йылдан – органик булмаған химия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
Һуғышҡа тиклем университетта химия факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй.
1942 йылдан 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, Мәскәүҙән алып Кёнигсбергҡа тиклем һуғышып үтә. (Үҙәк фронт, 16-сы гвардия уҡсылар дивизияһы II гвардия армияһы 3-сө Белорус фронты)[2], һуғышты гвардия капитаны дәрәжәһендә тамамлай.
Университетҡа ҡайтып, кандидатлыҡ (1948), 1963 йылда докторлылыҡ диссертацияларын яҡлай.
1950 йылдан 1964 йылға тиклем — Пермь университетының органик булмаған химия кафедраһы мөдире (Р.В. Мерцлиндың Һарытау университеты ректоры булып тәғәйенләнеүе менән бәйле)[3].
1964 йылдан 1969 йылға тиклем — Воронеж политехник институтының органик булмаған химия кафедраһы мөдире
1969 йылдан 1984 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университетының[4] органик булмаған химия кафедраһы мөдире[5][6]
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1936 йылдан органик булмаған химия кафедраһында ассистент булғанда уҡ әүҙем ғилми-тикшеренеү эштәрен башлай, 1937 йылда уҡ уның тәүге баҫмалары сыға (Р.В. Мерцлиндың икенсе уҡыусыһы — К И. Мочаловтың баҫмалары менән бергә)[7].
Ҡазанда яҡлаған кандидатлыҡ диссертацияһы («Приложение физико-химического анализа к равновесию жидких фаз в трехкомпонентных системах»,1948), шыйыҡ фазаларҙың иреүсәнлеге менән өс компонентлы системаларҙың физик-химик анализына арналған. 1963 йылда "Двухфазное жидкое состояние в трехкомпонентных системах" темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Уның етәкселегендә (1950–1964). органик булмаған химия кафедраһы коллективы физик-химик анализ өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. 1950 йылдарҙа Е. Ф. Журавлев инициативаһы буйынса минераль тоҙҙар— натрий гидрокарбонаты һәм калий дихроматын алыу буйынса теоретик нигеҙҙәрҙе әҙерләү менән бәйле фәнни йүнәлеш үҫеш ала[8]. 1940 йылдар аҙағында һәм 1965 йылға тиклем ул 30-ға яҡын мәҡәлә баҫтырып сығара.
Башҡорт дәүләт университетында органик булмаған химия кафедраһы мөдире булараҡ (1969–1984), 20-нән ашыу фән кандидаты, 2 фән докторы әҙерләй, Башҡорт дәүләт университетында химия факультетының кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе. Уның етәкселегендә кафедрала составында азот булған органик берләшмәләр менән f- һәм d- элементтар комплексының барлыҡҡа килеүе ентекле өйрәнелә, уларҙың составы асыҡлана һәм уларҙы алыу шарттары ҡулайлаштырыла, ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙы һәм d-элементтарҙы айырыу ысулдары тәҡдим ителә[8].
Е. Ф. Журавлев — дөйөм алғанда 200 фәнни хеҙмәттең һәм 3 уйлап табыуҙың авторы. Уның хеҙмәттәре физик-химик анализды байыта. Улар Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ сит илдәрҙә лә танылыу ала. Уның етәкселеге аҫтында ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың (радиоактивтарҙан тыш), аммоний хлоридтарын, калийҙы һәм калий дихроматын таҙартыу технологиялары эшкәртелә. Башҡортостанда химик һәм химик-технологик белемдең үҫешенә байтаҡ өлөш индерә[9].
Фәнни һәм йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР Юғары Советына һайлауҙар буйынса участка һайлау комиссияһы ағзаһы (1930 йылдар аҙағы).
- Пермь ҡалаһының Дзержинский хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ағзаһы (1948–1952).
- Пермь ҡалаһының Дзержинский район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты (1951).
- Пермь совет халыҡ хужалығының техник-иҡтисади советы ағзаһы (1958).
- Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһен биреү буйынса Воронеж политехник институты Советы ағзаһы[10] (1969).
- Башҡорт дәүләт университеты химия факультетының кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе[3].
Е. Ф. Журавлевтың патенттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Способ получения бихромата калия.
- Полимерная композиция.
Төрлөләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Журавлев Евгений Филипповичтың улы Владимир Евгеньевич Пермь дәүләт университеты Тәбиғи фәндәр институтында радиохимия лабораторияһы мөдире була (1965–1983), (1992–1995), шулай уҡ Тәбиғи фәндәр институтында фән буйынса директор урынбаҫары була (1983–1992)[11].
2002 йылдан радиохимия лабораторияһын Е.Ф. Журавлевтың ҡыҙы Щепина Надежда Евгеньевна етәкләй[12][13].
Пермь дәүләт университетында химия корпусының 3 ҡатында (органик булмаған химия кафедраһы) 2010 йылда Е. Ф. Журавлевтың тыуыуына йөҙ йыл айҡанлы мемориаль таҡтаташ асыла.
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- «Почёт Билдәһе» ордены (1961).
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы.
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «Хеҙмәттәге батырлыҡ өсөн» миҙалы
- Н.С. Курнаков исемендәге алтын миҙал
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) / Гл. ред. В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. С. 70—71.
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович // Ветераны Пермского госуниверситета, принимавшие участие в Великой Отечественной войне.
- ↑ 3,0 3,1 Щепина Н. Е., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв, зав. кафедрой (1950–1964) // ПГНИУ.
- ↑ Кафедра физической химии и химической экологии // Башкирский государственный университет.
- ↑ История химического факультета // Башкирский государственный университет.
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Шульгина Н. П., Мочалова Н. К., Когомцева М. Г. Кафедра неорганической химии и её научные направления с 1916-го по 2011-й год // Вестник Пермского университета. Серия «Химия». 2011. Выпуск 2(2). С. 8.
- ↑ 8,0 8,1 Кудряшов С. Ф., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв. К 100-летию со дня рождения // IX Международное Курнаковское совещание по физико-химическому анализу: тез. докл. Пермь, 2010. 331 с. С. 8–9.
- ↑ Гимаев Р. Н. Химическое и химико-технологическое образование // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Главные этапы развития ВГТУ Архивная копия от 6 ноябрь 2007 на. С. 36.
- ↑ Щепина Н. Е. Научно-исследовательская лаборатория радиохимии // Естественнонаучный институт Пермского университета: история и современность / под общ. ред. Е. Л. Пидэмского; Перм. гос. нац. исслед. ун-т. - Пермь, 2013. 158 с. С. 92, 95.
- ↑ Щепина Н. Е. Научно-исследовательская лаборатория радиохимии // Естественнонаучный институт Пермского университета: история и современность / под общ. ред. Е. Л. Пидэмского; Перм. гос. нац. исслед. ун-т. - Пермь, 2013. 158 с. С. 92, 95.
- ↑ Научно-исследовательская лаборатория радиохимии // ПГНИУ.
Сығанаҡтар һәм һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кертман Л. Е., Васильева Н. Е., Шустов С. Г. Первый на Урале. Пермь, Пермское книжное издательство. 1987. 234 с. С. 52.
- Кудряшов С. Ф., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв. К 100-летию со дня рождения // IX Международное Курнаковское совещание по физико-химическому анализу: тез. докл. Пермь, 2010. 331 с. С. 8–9.
- О кафедре неорганической химии // ПГНИУ.
- Пермский государственный университет им. Горького: Исторический очерк. 1916–1966. Под ред. Ф. С. Горового. Пермь: Кн. изд-во, 1966. 292 с. С. 196.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Башкирская энциклопедия.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Ветераны Пермского госуниверситета, принимавшие участие в Великой Отечественной войне.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Забытые имена Пермской области.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) / Гл. ред. В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. С. 70—71.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Энциклопедия "Башкортостан".
- Щепина Н. Е., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв, зав. кафедрой (1950–1964) // ПГНИУ.
- Шульгина Н. П., Мочалова Н. К., Когомцева М. Г. Кафедра неорганической химии и её научные направления с 1916-го по 2011-й год // Вестник Пермского университета. Серия «Химия». 2011. Выпуск 2(2). С. 9–10.